Йәмғиәт
6 Ноябрь 2025, 06:45

19 меңдән ашыу ғаилә бала тыуғанда бирелә торған пособие алған

2025 йылда Башҡортостанда 19 меңдән ашыу ғаилә бала тыуғанда бер тапҡыр бирелә торған пособие алған. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

19 меңдән ашыу ғаилә бала тыуғанда бирелә торған пособие алған19 меңдән ашыу ғаилә бала тыуғанда бирелә торған пособие алған
19 меңдән ашыу ғаилә бала тыуғанда бирелә торған пособие алған

Был ярҙам сараһына 620 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән.

Төбәктә пособие күләме 30 982 һум тәшкил итә.

Эшләүсе ата-әсәләр өсөн пособие автоматик рәүештә рәсмиләштерелә. Түләүҙе эшләмәгән граждандар, уллыҡҡа алыусылар һәм опекундар ҙа алыуы мөмкин. Рәсмиләштереү өсөн территориаль ОСФР-ҙың клиент хеҙмәтенә, күп функциялы үҙәккә йәки дәүләт хеҙмәттәре порталы аша мөрәжәғәт итергә кәрәк, өҫтәүенә бала тыуғандан һуң ярты йыл эсендә быны эшләү мотлаҡ.

Шулай уҡ был түләү ил территорияһында йәшәгән бөтә рәсәйҙәргә, сит ил кешеләренә, гражданлығы булмаған кешеләргә һәм ҡасаҡтарға бирелә.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас