Йәмғиәт
6 Ноябрь 2025, 06:40

Башҡортостанда ғүмер оҙайлығы 75 йәшкә етергә тейеш

Башҡортостанда 2027 йылда уртаса ғүмер оҙайлығы 75 йылдан ашыуы ихтимал. Бындай күрһәткес 2026 йылға һәм 2027-2028 йылдар осорона республиканың социаль-иҡтисади үҫеш планында күҙаллана. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Башҡортостанда ғүмер оҙайлығы 75 йәшкә етергә тейешБашҡортостанда ғүмер оҙайлығы 75 йәшкә етергә тейеш
Башҡортостанда ғүмер оҙайлығы 75 йәшкә етергә тейеш

2024 йылда республикала ғүмер оҙайлығы 71,99 йыл тәшкил иткән. 2025 йылда уның 73,77 йәшкә тиклем артыуы көтөлә.

2027 йылдың икенсе ярты йыллығында төбәктә уртаса ғүмер оҙайлығы 75,63 — кә етәсәк, ә 2028 йылдың аҙағына-76,32-гә етәсәк, тип иҫәпләй прогноз авторҙары.

Президент Владимир Путин ҡуйған милли маҡсатҡа ярашлы, 2030 йылға рәсәйҙәрҙең уртаса ғүмер оҙонлоғо 78 йәшкә, ә 2036 йылға 81 йәшкә етергә тейеш.

Росстат - көтөлгән ғүмер оҙайлығы күрһәткесен иҫәпләй. Иҫәпләүҙәр Рәсәй федерацияһы субъекттары буйынса ҡала һәм ауыл халҡына бүленеп, шулай уҡ 100 мең һәм унан да күберәк кеше йәшәгән ҡалалар буйынса үткәрелә. Күрһәткес бөтә халыҡ, ике енес буйынса, шулай уҡ ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн айырым билдәләнә.

Республиканың социаль-иҡтисади үҫешен күҙаллауҙа һалынған тағы бер демографик күрһәткес — халыҡ һаны. Документ авторҙары, алдағы өс йылда Башҡортостанда йәшәүселәр һаны үҙгәрмәйәсәк, тип иҫәпләй. 2025 йылда төбәктә 4,044 млн кеше йәшәй. 2026 йылдың аҙағына был һан 400 кешегә кәмеүе, 2027 йылдың аҙағына-тағы ла 200 кешегә һәм 2028 йылда — 300 кешегә кәмеүе күҙаллана.

Киләһе йылда республиканың ҡала халҡы бер аҙ кәмеүе, йәки 2,52 миллиондан 2,5 миллионға тиклем, ә ауыл халҡы 1,53 миллиондан 1,54 миллионға тиклем артыр тигән прогноз бар.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас