

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, әлеге ваҡытта атлы статуя һүтелгән, һәйкәлдең деталдәре махсус цехта һаҡлана. Майҙаны мең квадрат метрлыҡ ангар Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә урынлашҡан. Белгестәр эшкә тотонған да инде.
Реставраторҙар Михаил Татарников һәм Андрей Смирнов һәйкәлдең нисек ремонтланасағын аңлатты.
- Был цехта һүтеп алынған һәйкәлдең айырым деталдәрен таҙартыу, локалләштереү һәм коррозиянан таҙартыу эштәре атҡарыла. Артабан монументты монтажлау алдынан йыйыу эштәре башҡарыласаҡ, – тип аңлатты Михаил Татарников.
Һис шикһеҙ, һәйкәл тәүге ҡиәфәтенә ҡайтасаҡ, тип ышандырҙы Андрей Смирнов. Һәйкәлдең төҫө легендар һәйкәл авторы Осетин скульпторы Сосланбек Тавасиев уйлағанса тап киләсәк тип айырыуса билдәләнә, ул.
Рәсәй федерацияһының атҡаҙанған архитекторы Александр Мирианашвили фекеренсә, һүтеү буйынса бөтә эштәр ваҡытында башҡарылған. Барыһы ла график буйынса бара һәм 2027 йылдың октябренә реставрацияланған һәйкәл урынына әйләнеп ҡайтасаҡ.
Радий Хәбиров, һәйкәлде реконструкциялау тураһында ҡарар уға еңел бирелмәүен әйтте.
- Был эмоциональ йөкләмә, тәүҙә беҙҙе бар яҡтан ғәйепләнеләр. Әммә, беҙ был эште башланыҡ. Беҙҙә проект, партнер бар, Рәсәй федерацияһының художество академияһы, улар профессиональ рәүештә был эште тормошҡа ашыра, йәмғиәттә лә консенсус бар.
Радий Хәбиров әйтеүенсә, һәйкәлде кире ҡайтарыу гаранты булып уның һүҙе генә түгел, Күҙәтеү советы һәм тергеҙеү процесын күҙәткән бөтә республика тора. Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялауҙан тыш, һәйкәл тирәһендәге бөтә территория төҙөкләндереләсәк, тип билдәләне республика Башлығы.