

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың тура бәйләнеше барышында 1430 шылтыратыу булды. Статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, граждандарҙан дөйөм алғанда 7 меңдән ашыу мөрәжәғәт килгән. Төп темалар булып юлдар, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, төҙөкләндереү һорауҙары тора. Иң күп хәбәрҙәр социаль селтәрҙәр һәм чат-боттар аша килгән. Телефон шылтыратыуҙары ла күп. Хәбәрҙәрҙең яртыһы тиерлек МАХ мессенжеры аша килә.