

Делегациялар ҡатнашлығындағы сәфәрҙең һәм документтарға ҡул ҡуйыуҙың төп саралары 12 ноябрҙә үтте. Был көндө президенттар ике илдең берҙәмлеге тураһында тағы ла белдерҙе.
"Ҡаҙағстан һәм Рәсәй — бер — береһе өсөн иң яҡын партнерҙар, дуҫтар һәм ышаныслы союздаштар», - тине Путин һәм 2024 йылда үҙ-ара тауар әйләнеше 27 миллиард долларҙан ашыу тәшкил итеүенә иғтибар итте. Уның һүҙҙәренсә, шуныһы мөһим - Рәсәй һәм Ҡаҙағстан тулыһынса тиерлек милли валюталарҙа иҫәпләүҙәргә күскән.
Ҡ.Токаев белдереүенсә, Рәсәйгә дәүләт сәфәре — «быйылғы йылдың төп ваҡиғаһы, моғайын». «Ысынлап та стратегик партнерлыҡ, дәүләттәребеҙ араһындағы союздашлыҡ —ысынында был беҙҙең хеҙмәттәшлектең асылы, һәм беҙ ҡул ҡуйылған документтарға ҡағылышлы йөкләмәләребеҙгә бөтә яуаплылыҡ менән ҡарайбыҙ», — тине Ҡаҙағстан президенты.
Был көндө президенттар Рәсәй менән Ҡаҙағстан мөнәсәбәттәрен бөтә яҡлап стратегик партнерлыҡ һәм союздашлыҡ кимәленә яңы кимәлгә күсереү тураһында Декларацияға ҡул ҡуйҙы.
Бынан тыш, ике ил етәксеһе тағы 13 документҡа ҡул ҡуйҙы - атап әйткәндә, транзит ташыуҙар, транспорт хәүефһеҙлеге өлкәһендә хеҙмәттәшлек, «Союз-5» йыһан ракета комплексын һәм «Байтерек» йыһан ракета комплексын осош һынауҙары, Рәсәйҙең Аҡтауҙағы генераль консуллығын булдырыу, Ҡаҙағстанға Рәсәйҙән амур юлбарыҫтарын индереүгә әҙерлек, шулай уҡ атом энергияһын тыныс файҙаланыу өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһында.