

Был турала транспорт министры Андрей Никитин Президент Владимир Путинға доклад яһаны. "Халыҡ-ара бәйләнеште үҫтерәбеҙ. 2022 йыл менән сағыштырғанда беҙҙә 19 ил өҫтәлде, улар менән тура рейстар бар, бөгөнгө көндә бөтәһе 42 ил», — тине Никитин.
Уның һүҙҙәренсә, Рәсәйҙә сит ил самолеттарына техник хеҙмәтләндереүҙең үҙ системаһы булдырылған, унда 8 мең инженер эшләй. Бөтә хеҙмәтләндереүҙе Рәсәй үҙендә башҡара. Министр билдәләүенсә, авиарейстар хәүефһеҙ, инфраструктура үҫеше дауам итә — ете яңы аэропорт комплексы сафҡа индерелгән.
2022 йылдан 2025 йылға тиклем Рәсәй Куба, Мьянма, Вьетнам, КНДР, Венесуэла, Грузия, Иран, Филлипин һәм башҡа дәүләттәр менән тура авиа бәйләнеш булдырған.