

Әсә көнөнә арналған байрам ваҡытында ҡунаҡтарға тыныс күк, бәхет, һаулыҡ һәм иң изге теләктәр теләнеләр. Совет ағзалары тамашасыларҙы сағыу йыр һәм бейеү номерҙары менән ҡыуандырҙы. Быларҙың барыһы ла берҙәмлек, йылылыҡ һәм хәстәрлек атмосфераһын булдырҙы. Сарала ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар һәр кешенең тормошонда әсә роленең ни тиклем мөһим булыуын йәнә бер ҡат аңланы. Был сара “Ғаилә” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылды.
«Әсәй - ул иң яҡын һәм иң туған кеше! Әсәй - беҙ әйткән беренсе һүҙ. Әсә көнө - барлыҡ байрамдарҙан да иң тулҡынландырғыс көн. Был - тормоштағы иң төп кешегә - әсәйгә һөйөүемде һәм рәхмәтебеҙҙе белдерергә шәп сәбәп», - тип билдәләне Буранғол ауыл биләмәһе башлығы Фуат Мәхмүтов.
Сығанаҡ: Башҡортостан Республикаһы Әбйәлил районы хакимиәте