Йәмғиәт
27 Ноябрь 2025, 03:36

670 яңы йыл ҡаласығы төҙөлә

22 декабргә Башҡортостан ҡала, райондарында 670 яңы йыл ҡаласығы асыласаҡ. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

670 яңы йыл ҡаласығы төҙөлә670 яңы йыл ҡаласығы төҙөлә
670 яңы йыл ҡаласығы төҙөлә

     Төбәктең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова хәбәр итеүенсә, муниципалитеттарҙа бөтәһе 670 яңы йыл ҡаласығы төҙөләсәк, 1 855 шыршы һәм 2 меңдән ашыу арт-объект ҡуйыласаҡ. Өфөлә 71 шыршы һәм 21 яңы йыл ҡаласығы төҙөләсәк.

- 5 декабргә тиклем тораҡ пункттарҙа биналарҙы, инеү төркөмдәрен, урамдарҙы һәм йәмәғәт киңлектәрен, парктарҙы һәм скверҙарҙы архитектура яҡтыртыу монтажы тамамланасаҡ, – тип өҫтәне Ирина Голованова. - Ә 22 декабргә яңы йыл ҡаласыҡтарын тантаналы асыуға әҙерләргә кәрәк.

Башҡортостан Башлығы Дәүләт техник күҙәтеүенә ҡышҡы тауҙарға техник баһа бирергә, ә муниципалитет башлыҡтарына – яңы йыл байрамдарында йәмәғәт тәртибен һаҡлау мәсьәләләренә ҙур иғтибар бүлергә ҡушты.

     Яңы йыл каникулдары осоронда республика халҡы өсөн 28 мең күмәк сара ойошторола. Ваҡиғалар тураһында мәғлүмәтте традицион «Яңы йыл календары»нда белергә мөмкин. Уны «Башҡортостандың Мәҙәни донъяһы» интернет-порталында урынлаштыралар.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларға һәм етем балаларға айырыуса иғтибар бүлергә планлаштыралар. Улар театрлаштырылған тамашаларға бушлай йөрөй ала. Бының өсөн 17 мең саҡырыу билеты әҙерләнгән.

     25 декабрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында 1 100 уҡыусы өсөн Республика Яңы йыл шыршыһы була. Ә 22-29 декабрҙә яңы йыл иртәлектәре республиканың белем биреү учреждениеларында үтәсәк.

Ҡышҡы каникулдар осоронда ҡалаларҙа һәм райондарҙа «Яңы йыл ғаилә уйындары» ойошторола.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас