Йәмғиәт
10 Декабрь 2025, 11:45

Рәсәйҙә демографияны яҡшыртыу буйынса тәҡдимдәр ҡарала

Хөкүмәткә Рәсәйҙә демографик хәлде яҡшыртыу буйынса өҫтәмә саралар әҙерләргә кәрәк, тип белдерҙе министрҙар кабинеты ултырышында премьер-министр Михаил Мишустин. #ВладимирПутин

Рәсәйҙә демографияны яҡшыртыу буйынса тәҡдимдәр ҡаралаРәсәйҙә демографияны яҡшыртыу буйынса тәҡдимдәр ҡарала
Рәсәйҙә демографияны яҡшыртыу буйынса тәҡдимдәр ҡарала

Хөкүмәт башлығы стратегик үҫеш һәм милли проекттар буйынса Совет ултырышында Президент Владимир Путиндың кәмей барған демографик тенденцияны үҙгәртеү өсөн өҫтәмә комплекслы саралар әҙерләүҙе хөкүмәт 2026 йылда хәл итергә тейешле бер нисә мәсьәләгә индереүен иҫкә төшөрҙө.

“Был эште оператив алып барыу бик мөһим", — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Мишустин.

Рәсәйҙә демографик хәлде яҡшыртыу буйынса тәҡдимдәрҙе Дәүләт башлығы хөкүмәттән 2026 йылдың июнендә көтә, тип билдәләне премьер.

Мишустин әйтеүенсә, иң яҡшы һөҙөмтә биргән ысулдарҙы һайлау, ә һуңынан уларҙы дөйөм милли кимәлдә тиражлау мөмкинлеген тикшереү мөһим.

Бынан алда Президент, Рәсәйҙә демографик хәлде яҡшыртыу өсөн ағымдағы саралар әлегә етерлек түгел, тип белдергәйне. Уның һүҙҙәренсә, тыуым кимәле түбәнәйеүен дауам итә, быға донъя тенденциялары ла, тышҡы хәлдәр ҙә булышлыҡ итә.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас