Йәмғиәт
12 Декабрь 2025, 06:11

Путин Төркмәнстанға сәфәр менән килде

Рәсәй Президенты Владимир Путин Төркмәнстанға Халыҡ-ара тыныслыҡ, Халыҡ-ара Нейтралитет көнөнә һәм Төркмәнстандың нейтралитетының 30 йыллығына арналған форумда ҡатнашыу өсөн килде.  #ВладимирПутин

Путин Төркмәнстанға сәфәр менән килдеПутин Төркмәнстанға сәфәр менән килде
Путин Төркмәнстанға сәфәр менән килде

Уның был илгә сәфәре ике көн дауамында барасаҡ.

Форум барышында Путин сит ил лидерҙары менән бер нисә ике яҡлы осрашыу үткәрәсәк.

        Төркмәнстан беренсе тапҡыр 1997 йылда Халыҡ-ара кимәлдә нейтраль ил тип таныла. 2017 йылда Төркмәнстан инициативаһы буйынса Бөтә милләттәр ойошмаһының (БМО) Генераль ассамблеяһы резолюция ҡабул итә, унда 12 декабрҙе Халыҡ-ара нейтралитет көнө тип иғлан ителә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быға тиклем, май айында, Төркмәнстан президенты Сердар Бердымухамедов Мәскәүгә Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған сараларға ҡатнашты. Еңеү парадында Төркмәнстан Ҡораллы көстәренең почетлы караулы ротаһы үтте.

Владимир Путин Төркмәнстанға һуңғы тапҡыр 2024 йылда «Заман һәм цивилизациялар бәйләнеше - тыныслыҡ һәм үҫеш нигеҙе» тигән форумында ҡатнашыу өсөн килгән ине.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас