Йәмғиәт
12 Декабрь 2025, 06:10

Йәшәү сифатын яҡшыртырға мөмкинлек биргән төп инструменттарҙың береһе

Башҡортостан Хөкүмәтендә «Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү" дәүләт программаһына йомғаҡ яһалған. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Йәшәү сифатын яҡшыртырға мөмкинлек биргән төп инструменттарҙың береһеЙәшәү сифатын яҡшыртырға мөмкинлек биргән төп инструменттарҙың береһе
Йәшәү сифатын яҡшыртырға мөмкинлек биргән төп инструменттарҙың береһе

- Федераль программа ярҙамында ауылдарыбыҙ матурыраҡ һәм йәшәү өсөн уңайлыраҡ була бара. Төп үҙгәрештәр балалар һәм спорт инфраструктураһын үҫтереү, ял итеү зоналарын булдырыу һәм төҙөкләндереү, инженер коммуникацияларын тәртипкә килтереү менән бәйле, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәйзрахманов.

Бынан тыш, 2025 йылда КРСТ ярҙамында өс ҙур объект – Борай районының Борай ауылында 500 урынлыҡ мәктәп, Әлшәй районының Раевка ауылында ябыҡ каток һәм Шишмә районының Еремей ауылында «Таврос» компаниялар төркөмө хеҙмәткәрҙәренең 100 ғаиләһе өсөн йорттар төҙөлә башланған.

2026 йылда Дыуан, Әлшәй һәм Илеш райондарында аҙ ҡатлы торлаҡ комплекстарын төҙөй башлау планлаштырыла. Шулай уҡ Үрге Йәркәй, Саҡмағош һәм Борай ауылдарында 14 объектты төҙөкләндереү, шулар иҫәбендә мәктәптәрҙе, балалар баҡсаларын ремонтлау, стадион, һыу үткәргес селтәрҙәр төҙөү һәм башҡалар инә. Был тораҡ пункттарҙы үҫтереү өс йыл барасаҡ һәм федераль финанслау менән тәьмин ителгән.

Ауыл ипотекаһын биреү тәртибендә үҙгәрештәр бар. Атап әйткәндә, хәҙер уны агросәнәғәт комплексы, социаль өлкә хеҙмәткәрҙәре, ветеринарҙар, Рәсәй ауыл хужалығы министрлығының ведомство ҡарамағындағы ойошмалары, Рәсәй балыҡсылыҡ, Россельхознадзор һәм ауыл биләмәләрендәге урындағы үҙидара органдары хеҙмәткәрҙәре генә алырға хоҡуҡлы. 2020 йылдан 2025 йылға тиклем бөтәһе 22 миллиард һумға 8 642 кредит бирелгән. Башҡортостан - был күрһәткес буйынса Рәсәйҙә лидер.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, «Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» дәүләт программаһы – ауыл биләмәләрендә йәшәү сифатын яҡшыртырға мөмкинлек биргән төп инструменттарҙың береһе.

- Уның буйынса торлаҡ төҙөйбөҙ, инфраструктураны үҫтерәбеҙ, биләмәләрҙе төҙөкләндерәбеҙ, – ти Радий Хәбиров.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас