Ул мәскәү ваҡыты буйынса 12.00 сәғәттә башлана.
Президент граждандарҙың һәм журналистарҙың һорауҙарына тура эфирҙа яуап бирәсәк. Һорауҙар ҡабул итеү, 4 декабрҙән башланған һәм ике миллиондан ашып килгән. Һорауҙар ҡабул итеү 19 декабрҙә тура трансляция аҙағына тиклем дауам итәсәк.
Былтыр матбуғат конференцияһында Рәсәй һәм сит ил журналистары булды. Быйылда улар буласаҡ.
2001 йылдан Владимир Путин йыл һайын ике ҙур асыҡ сара үткәрә: тура бәйләнеш, унда граждандарҙың һорауҙарына яуап бирә һәм журналистар өсөн матбуғат конференцияһы.
Былтыр тура эфир 4 сәғәт 27 минут дауам иткән, Владимир Путин 76 һорауға яуап биргән. Президент менән иң оҙайлы тура бәйләнеш 2013 йылда була, ул 4 сәғәт 47 минут дауам итә.