Йәмғиәт
29 Декабрь 2025, 10:11

«Миләш»тә күңелле иртәлек

Асҡар ауылындағы «Миләш» балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре өсөн байрам мөғжизәләргә бай булды.

Декабрь уртаһында балалар баҡ-саһына «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте  шыршы бүләк итеп ҡыуандырғайны. Матур уйынсыҡтар, йым-йым иткән төрлө төҫтәге уттар балҡытҡан матур шыршыҡай тирәләй гөрләне лә инде «Миләш» баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре өсөн ойошторолған иртәлектә.
Ҡыҙҙар-малайҙарға Ҡыш бабайҙан тәм-томдар һалынған Яңы йыл бүләген дә «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте хәстәрләгән.
 «Миләш» балалар баҡсаһының әҙерлек төркөмөнөң Яңы йыл иртәлегенә ата-әсәләр, шулай уҡ абруйлы ҡунаҡтар саҡырылды, әлбиттә, «Салауат» ЯСЙ-һы директоры Таһир Бәхтегәрәев та кескәйҙәрҙе байрам менән тәбрикләргә үҙе килде.
— Бала сағығыҙ иң бәхетлеһе булһын. Барығыҙға ла яңы йылда бәхет, һаулыҡ һәм именлек теләйем! Илебеҙгә тыныслыҡ килһен, — тигән теләктәрен еткерҙе барыһын да яҡынлашып килгән яңы 2026 йыл уңайынан ҡотлап, Таһир Тимербай улы.
— Беҙҙең даими бағыусыбыҙ — «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте  беҙгә шыршы-ҡупшыҡай бүләк иткәйне. Яңы йыл иртәлегендә ҡатнашҡан Таһир Тимербай улы ысын Ҡыш Бабай кеүек кескәйҙәребеҙгә тәмлекәстәр алып  килде. Һәр саҡ ярҙам күрһәткән «Салауат» ЯСЙ-һына рәхмәт белдерәбеҙ! Бындай башланғыстар киләсәктә лә дауам итер, балалар баҡсаһы коллективы менән инвестор араһында бәйләнеште нығытыр, тип ышанабыҙ, — тигән теләктә «Миләш» балалар баҡсаһы етәксеһе Әлфирә Низамова.

Р. ДАУЫТОВА.

Читайте нас