

Улар 1 653 аҙыҡ – түлек блогында эшләй, унда 533 мең бала ҡайнар аш менән тәьмин ителә. 2022 йылдан мәктәп аҙыҡ-түлек блоктарына инвестициялар күләме 185 миллион һум тәшкил иткән.
Туҡланыу операторҙары ярымфабрикаттар, икмәк бешереү, кондитер изделиелары етештереү буйынса 14 цех ойошторған. Бөтә сығарылған продукциялар балалар туҡланыуы өсөн дәүләт теркәүе үтәләр. Шулай уҡ ассоциация ағзалары урындағы тауар етештереүселәр менән үҙ – ара эш итеү өсөн ауыл хужалығы кооперативтарын астҡандар.
Бөтә операторҙарҙың етештереү ҡеүәтенә инвестициялар һалыуҙың дөйөм күләме 2 миллиард һумдан артҡан. Шишмә районында төҙөлөүсе балалар өсөн диетик туҡланыу етештереү заводы 90 процентҡа эшкә әҙер, уға 965 миллион һум аҡса һалынған. Уның ҡеүәте, айына 850 тонна продукция етештереү.
Шуныла билдәләр кәрәк, Башҡортостан илдә тәүгеләрҙән булып туҡланыу сикләүҙәре, шул иҫәптән шәкәр диабеты булған уҡыусыларҙың ихтыяжын иҫәпкә алып, диетик меню индерҙе. Бынан тыш, мәктәп ашханаларында эко-буфеттар һәм вариатив меню бар.