

Һорау алыуҙа ҡатнашыусы рәсәйҙәрҙең 72 проценты атаһы уларҙы тәрбиәләүҙә әүҙем ҡатнашҡан тип иҫәпләй.
Асыҡланыуынса, рәсәйҙәрҙең күҙаллауында яҡшы атай – ул ғаилә өсөн аҡса эшләүсе кеше генә түгел, ә баланың тормошонда әсәһе менән бергә ҡатнашҡан, эмоциональ яҡтан терәк булыусы.
Бынан алда Владимир Путин рәсәйҙә әсәлеккә ярҙам саралары менән бер рәттән бала тәрбиәләүҙә ҡатнашҡан аталыҡҡа ярҙам сараларын да уйларға кәрәк тип белдергәйне. Ул ир-егеттәрҙе ғаиләһе өсөн барыһын эшләүсе булараҡ, балалар тәрбиәләүгә әүҙемерәк йәлеп итеү тураһында һүҙ барғанын аңлатҡайны. Президент ғаиләнең нигеҙе – ике ата-әсәнең дә бала тәрбиәләүҙә ҡатнашыуы һәм бер-береһен хөрмәт итеүе, тип белдергәйне.