

2025 йыл МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылы эгидаһы аҫтында үтте.
Төп эш йүнәлештәре араһында - медицина ярҙамы күрһәтеү иң мөһиме булған. Һуғыш ветерандарының Республика клиник госпиталендә 7,3 меңдән ашыу яугир һәм уларҙың 520 ғаилә ағзаһы дауаланған. Медицина учреждениеларында 6,5 мең кеше консультация һәм психологик ярҙам алған.
Икенсе йүнәлеш, спорт һәм физкультура аша тыныс тормошҡа инеү. Республикала 800-ҙән ашыу кешене берләштергән «Батырлыҡ» проекты тормошҡа ашырыла. Ә Башҡортостандың адаптив спорт үҙәгендә 43 хәрби хеҙмәткәр ауыр яраланғандан һуң шөғөлләнә. Әйткәндәй, Башҡортостан спортсылары Түбәнге Новгород өлкәһе Дзержинск ҡалаһында «Ватанды һаҡлаусылар Кубогы» бөтә рәсәй ярыштарында еңеүсе булған.
Республиканың «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалының оҙатыуында 15 меңдән ашыу кеше бар, белгестәр 128 меңгә яҡын мөрәжәғәтте эшкәрткән.
2026 йылда республикала тағы 36 муниципаль үҙәк асыу, хәрби хеҙмәткәрҙәр өсөн эш урындарын квоталау механизмын индереү, эшкә урынлашыу темптарын арттырыу, шулай уҡ ҡайтыусы яугирҙарҙы комплекслы оҙатыу өсөн «бер тәҙрә» системаһын эшләтеп ебәреү планлаштырыла.