15 ғинуарҙа социаль проекттарҙы тормошҡа ашырыуға президент гранттары фондының беренсе конкурсы еңеүселәре иғлан ителде. Башҡортостандан 54 коммерцияға ҡарамаған ойошма был конкурс йомғаҡтары буйынса 96,8 миллион һумлыҡ грант ярҙамы аласаҡ.
Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы аппаратының йәмәғәт проекттары ресурс үҙәге беҙҙең төбәктең коммерцияға ҡарамаған ойошмаларының 2026 йылда президент гранттары Фондының беренсе конкурсында ҡатнашыуына йомғаҡ яһаны.
Башҡортостан йәмәғәтселәре конкурсҡа 636 ғариза ебәргән. Һөҙөмтәлә республикабыҙ, Мәскәүҙе иҫәпкә алмағанда, яуланған проекттар һаны буйынса Рәсәй төбәге буйынсаТоп-3 һәм Волга буйы федераль округы буйынса ТОП-2 исемлегенә ингән.