Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Ғинуар , 08:30

Камчатканы ҡар баҫа

Рәсәй Президент Владимир Путин Хөкүмәттең быйылғы беренсе ултырышында, Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына Камчатка крайы губернаторының төбәктә көслө ҡар яуыуҙан барлыҡҡа килгән хәлдән сығыу буйынса тәҡдимдәренә оператив яуап бирергә ҡушҡан.  #ВладимирПутин

Камчатканы ҡар баҫа
Камчатканы ҡар баҫа

Кәңәшмәлә губернатор Владимир Солодов йыйылған реагенттарһыҙ таҙа ҡарҙы махсус полигондарға ғына түгел, ә башҡа ерҙәргә, яр буйы һыҙатына ябайлаштырылған тәртиптә сығарыу мөмкинлеген тикшереүҙе һораған.

Бынан тыш, дәүләт башлығы ҡыҫҡа ваҡыт эсендә авариялы һүндереүҙәр теркәлгән тораҡ пункттарға электр һәм йылылыҡ биреүҙе тергеҙеүҙе талап иткән.

Ғинуарҙа Камчаткала һуңғы 30 йылда иң көслө ҡар яуған. Мәҫәлән, Петропавловск-Камчаткала ҡар ҡалынлығы 1,3 м еткән. Край башлығы В. Солодов хәлде киҫкен тип атай һәм Рәсәй Хөкүмәтенән ярҙам һорай. Ул Камчаткала юғары үтеүсән махсус техника етмәүен билдәләгән.

Хөкүмәт ҡушыуы буйынса авиация менән Сахалиндан Камчаткаға өҫтәмә ҡар йыйыу техникаһы күсереләсәк.

Автор: Вил Илһамов
Читайте нас