Тыуған мәктәбенә — ысын күңелдән
Тантаналы сара мәртәбәле ҡунаҡтарҙы, Юлай Ситдыҡ улының туғандарын, махсус хәрби операцияла ҡатнашыу-сыларҙың яҡындарын, мәктәп коллективын һәм уҡыусыларҙы йыйҙы. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының гимндары яңғырағандан һуң, яугирҙең үҙенә һүҙ бирелде.
— Был кабинетты булдырғанда мин үҙемдең күңелемдең бер өлөшөн һалдым, тыуған яғыма булған һөйөүемде белдерҙем. Кабинет юҡтан ғына барлыҡҡа килмәне, тап ошо стена сиктәрендә киләсәк быуындың патриотик тәрбиә алыуын теләйем, сөнки был кабинетта элек башланғыс хәрби әҙерлек дәрестәре үтте. Уҡытыусым Ришат Минһаж улы Минекәевҡа бик рәхмәтлемен, ул беҙҙә, малайҙарҙа, патриотизм тойғоһо тәрбиәләне һәм беҙҙе ысын ир-егеттәргә әйләндерҙе. Был кабинет бер ҡасан да буш тормаһын һәм уҡыу программаһын үҙләштереү өсөн файҙалы булһын тигән теләктәмен, — тине ул үҙенең телмәрендә.
«Әр-Рәхим» позывнойлы яҡташыбыҙ 2023 йылда үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға юллана, тәүҙә «Ахмат» хәрби полкында, һуңынан «Тигр» БАРС отрядында хеҙмәт юлын үтә. Бер йылға яҡын ут эсендә йөрөп ҡайтҡандан һуң, тыуған мәктәбенең юбилей кисәһенә ҡайта. Тап ошо мәлдә уның күңелендә тыуған мәктәбенә ниндәйҙер изге ғәмәл башҡарыу теләге уяна. Һәм мәктәп директоры Альберт Ғәлиуллин менән кәңәшләшкән һуң, уҡыусылар өсөн Хәрби дан кабинеты асыу идеяһы барлыҡҡа килә.
Тиҙ арала элекке башланғыс хәрби әҙерлек дәрестәре үткәрелгән кластың иҙәндәре, йылытыу системаһы яңыртыла, яңы сифатлы линолеум түшәлә, стеналары штукатурлана, өр-яңы мебелдәр һатып алына, яҡтыртҡыстар ҡуйыла. Өс тәҙрәгә лә Башҡортостан Республикаһы, Рәсәй Федерацияһы һәм Юнармия флагтары төҫтәрендәге яңы жалюзиҙар эленә. Унда яңы өҫтәлдәр, ултырғыстар, ҙур телевизор, шулай уҡ АК-47 лазер автоматтары, ҡоралдар өсөн тәғәйенләнгән шкаф, махсус хәрби операция яугире кейемендәге манекен барлыҡҡа килә.
Кабинетты ремонтлау өсөн 9 ай самаһы ваҡыт китә. Бында Бөйөк Ватан һуғышы, яугир-интернационалистар, Төньяҡ Кавказда ҡатнашыусы ветерандар һәм МХО-ла ҡатнашыусылар өсөн айырым мөйөштәр булдырылған. МХО һалдаты манекены өсөн ул үҙенең бронежилетын һәм каскаһын тапшыра. Кабинет өсөн 1 миллион 500 мең һум самаһы аҡса сарыф ителә.
— Был ваҡиға башҡаларға ла өлгө булырға тейеш, сөнки беҙ ошоға тиклем тыныс тормошта йәшәнек һәм бер кем дә беҙҙең бойондороҡһоҙлоҡҡа ҡул һуҙманы. Ләкин тормошта ҙур үҙгәрештәр китте, киләсәк быуын аяуһыҙ һуғышҡа әҙер булып үҫһен өсөн бындай кабинет кәрәк. Ул зауыҡ менән эшләнгән, матур йыһазландырылған. Рәсәй Геройы Тамер-лан Илһамовҡа, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына, локаль һуғыштарҙа һәләк булған яугирҙәргә, яугир-интернационалистарға, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға арналған стендтар бар, Советтар Союзының күренекле маршалдары тураһында ла онотмағандар. Беҙ геройҙарыбыҙ өлгөһөндә буласаҡ һаҡсыларҙы тәрбиәләргә тейешбеҙ. Был кабинет уҡыусыларҙы үҫтереү һәм тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәрен өйрәтеү өсөн яҡшы ярҙам булырына ышанам. Һәр бер белем усағында ошондай кабинеттар һәм изге күңелле, ихлас эшҡыуарҙар күберәк булһын ине, — тине район башлығы Айрат Әминев һәм Юлай Ситдыҡ улына «Әбйәлил районы яугире-геройы» күкрәк билдәһен тапшырҙы.
Кабинеттың етәксеһе, Ватанды һаҡлау һәм хәүефһеҙлек нигеҙҙәре уҡытыусыһы Әсғәт Ғәләүетдинов урындағы «Юнармия» түңәрәгенә йөрөгән балалар менән шөғөлләнә. Уҡыусылар ҡунаҡтарға түңәрәктә үҙләштергән оҫталыҡтарын күрһәтте.
Сарала мәғариф бүлеге начальнигы Айҙар Хәкимов сығыш яһаны, ул меценатҡа йәш әбйәлилдәрҙе патриотик тәрбиәләүгә индергән өлөшө өсөн рәхмәт хаты тапшырҙы.
Йәнгел урта мәктәбе директоры Альберт Урал улы эшҡыуарға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе һәм кабинетҡа Юлай Ситдыҡ улына арнап «Әр-Рәхим» Хәрби дан кабинеты исеме табличкаһы ҡуйылыуын белдерҙе.
Яугирҙең үҙе хаҡында
Юлай Рәхимов 1965 йылда Йәнгел ауылында Ситдыҡ Нуретдин улы һәм Өммөкамал Шәрәфетдин ҡыҙы Рәхимовтарҙың күп балалы ғаиләһендә алтынсы бала булып донъяға килгән. 1982 йылда урындағы мәктәпте тамамлай һәм Харьков гвардия команда танк училищеһына уҡырға инә. Һуңынан ул хәрби хеҙмәткә алына, Германияла танкист булып хәрби хеҙмәтен үтәй. Ҡайтҡас, Магнитогорскиҙа төҙөлөш буйынса техникумды һәм техник университеттың сәнәғәт ҡала төҙөлөшө факультетын тамамлай.
Уҙған быуаттың туҡһанынсы йылдарында фирмала прораб булып эш башлай һәм 2001 йылда үҙенең «УралГрейт» төҙөлөш компанияһын булдыра, ул бөгөнгө көнгә тиклем уңышлы эшләп килә.
— МХО башланғас та шунда барып ҡайтыу теләге менән яндым. 2023 йылда Ҡырым күперен шартлатҡандарынан һуң, дошманға ҡарата нәфрәт тағы ла көсәйҙе. Һәм Чечнялағы «Ахмат» хәрби полкы аша үҙ иркем менән контракт яҙып яуға юлландым, — тип һөйләне ул һуғышҡа сығып китеүенең сәбәбе тураһында.
Хәрби уҡыуҙар үткәндән һуң, 17 октябрь улар Украинаға инә. 19 октябрь тәүге алышҡа сыға. «Тигр» БАРС-22 отрядында хеҙмәт юлын үтә. Ул Тымыҡ океан флотының 155-се диңгеҙ пехотаһы дивизияһына ҡараған була. Һуңғы контрактын үтәгәндә танк командиры булып хеҙмәт итә.
— Атайымдың МХО-ға китергә тигән ҡарары беҙҙең өсөн көтөлмәгән хәл булды. Һәм минең иңемә компанияны етәкләү бурысы йөкмәтелде. Атай МХО зонаһына киткәс, тәүге мәлдәре ныҡ ҡыйынға тура килде, сөнки кәңәшләшер кешем булманы. Ә ул мобиль бәйләнеш тотмаған урында хеҙмәт итте. Мин уның янына тдүрт тапҡыр гуманитар ярҙам менән барҙым, — ти яугирҙең улы Юнир.
Юлай Рәхимов ғаиләһе менән 2007 йылдан алып Екатеринбург ҡалаһында йәшәй. Ике ул һәм бер ҡыҙ үҫтерә.
Юлай Ситдыҡ улы хәйриәлек менән дә шөғөлләнә. «УралГрейт» компанияһы махсус хәрби операцияла ҡатнашыу-сылар өсөн йыш ҡына гуманитар ылау алып бара. МХО башланғандан алып бөгөнгө көнгә тиклем улар 20 миллион һум самаһы ярҙам күрһәткән.
Тағы ла Свердловск өлкәһендә уның башланғысы менән иң ҙур мәсеткә нигеҙ һалынасаҡ, бөгөнгө көндә мәсеттең проекты эшләнә.
Бер кешегә шул тиклем күп яҡшы сифаттар һыйған — аҡыл, сослоҡ, изгелек, саф күңел... Уға тиңләшке, уны күптәргә өлгө итеп күрһәтке килә. Бер ҡараштан кешене ылыҡтыра алырлыҡ һәләткә эйә Юлай Ситдыҡ улы. Тыуған еренең ысын патриоты булған ир-уҙамандың башҡарған эше һоҡланғыс! Кеше баҡыйлыҡҡа күсһә лә, уның эшләгән эше ҡала, тиҙәр. Һеҙҙең дә кесе Ватанығыҙ мәнфәғәтенә башҡарған эшегеҙ күптәргә үрнәк булһын.
Гөлфиә НИҒМӘТУЛЛИНА.