Коллегаларым менән бергә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Мөрәжәғәтнамәһен тыңланыҡ. Төбәк етәксеһе 2026 йылға аныҡ бурыстарҙы билдәләне. "БАРЫҺЫ ЛА ЕҢЕҮ ӨСӨН!" - республика Башлығы билдәләгән лозунг аҫтында тырышып эшләйәсәкбеҙ һәм был һәр кемгә, шул уҡ эшсенән һәм уҡытыусынан алып фермерға һәм чиновникҡа тиклем ҡағыла. Дөйөм тырышлығыбыҙ, һис шикһеҙ,еңеүгә килтерәсәк. Аныҡлап әйткәндә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә һәр кем хәленән килгәнсе ярҙам күрһәтергә тейеш.
- Һәр етәксе һәм хеҙмәткәр үҙенең эш урынында юғары яуаплылыҡ тойоп эшләргә тейеш. Районда төҙөлөш, төҙөкләндереү өлкәһендә һәм халҡыбыҙҙың йәшәү шарттарын яҡшыртыу буйынса эштәр гөрләп торорға тейеш. Һәр кем власть, бизнес, йәмәғәтселек менән берҙәм булғанда бөтә бурыстар үтәлер. Әбйәлил,уның халҡы хаҡына артабан да тырышып эшләргә - ошондай ниәттәр менән ҡайттым Өфөнән"- тип яҙған район етәксеһе Айрат Әминев үҙенең Телеграм-каналында.