Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Ғинуар , 20:09

Яугирҙәребеҙ Талҡаҫта дауалана аласаҡ - был бик яҡшы яңылыҡ

Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика Дәүләт Йыйылышына Мөрәжәғәтнамәһендә ошо хаҡта белдерҙе.

Яугирҙәребеҙ Талҡаҫта дауалана аласаҡ-был бик яҡшы яңылыҡ
Яугирҙәребеҙ Талҡаҫта дауалана аласаҡ-был бик яҡшы яңылыҡ

Барыһы ла Еңеү өсөн – бөгөн беҙҙең өсөн был иң мөһиме. Башҡортостан, Рәсәй өсөн. Шул уҡ ваҡытта, «Барыһы ла Еңеү өсөн» тип әйткәндә, мин быны аныҡ итеп аңлатырға теләйем, тине Р. Хабиров сығышы башында. Ул сығышында махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә рәхмәт әйтеп, республикала булдырылған ярҙам сараларын атаны. Шулар араһында Талҡаҫтағы ял йортонда  яугирҙәребеҙ өсөн реабилитация үҙәге асыласаҡ.

-Башҡортостан Башлығының Дәүләт Йыйылышына мөрәжәғәтнамәһен ихлас тыңланым. Радий Хәбиров махсус хәрби операция барышына,ил һағында торған яугирҙәребеҙ, неонацизм ҡорбандары булған батырҙар, МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам саралары, халҡыбыҙҙың ярҙамы тураһында йөкмәткеле сығыш яһаны. Бөтөр, ябылыр сиккә еткән Талҡаҫ ял йортон ремонтлап, шунда яугирҙәр өсөн реабилитация асыу тураһында белдереүенә сикһеҙ ҡыуандым. Сөнки МХО-нан яраланып ҡайтҡан яҡташтарыбыҙ күп, бына шунда барып улар сәләмәтлектәрен нығытырҙар. Беҙҙең яҡты киләсәк өсөн көрәшкән ҡаһарман яугирҙәребеҙ хаҡында хәстәрлек күрелеүе өсөн ысын күңелдән шатмын"- тип фекере менән уртаҡлашты Амангилде ауылынан медицина хеҙмәте ветераны.

Автор: Рамиля Истанбаева
Читайте нас