Бының өсөн юғары уҡыу йорттарында рус телен, әҙәбиәтен һәм уларҙы уҡытыу методикаһын өйрәнеүгә бүленгән сәғәттәр һаны арттырыласаҡ.
Уны үтәү хөкүмәткә һәм президент ҡарамағындағы махсус советҡа йөкмәтелә.
Шулай уҡ Дәүләт башлығы юғары уҡыу йорттары өсөн рус теле һәм әҙәбиәте факультеттарын булдырыу буйынса тәҡдимдәр әҙерләүҙе тәьмин итергә ҡушҡан.
Бынан тыш, 2026 йылдың 1 сентябренә тиклем юғары уҡыу йорттарында "Рус теле дәүләт теле булараҡ" дисциплинаһын индереү тураһында тәҡдимдәр индерергә ҡушылған.