«Айыҡ ауыл» республика конкурсы быйыл етенсе тапҡыр уҙғарыла. Уның маҡсаты – сәләмәт тормошто пропагандалау, демографик күрһәткестәрҙе яҡшыртыу, ауыл халҡы башланғысы менән биләмәләрҙе төҙөкләндереү.
Алты йыл эсендә конкурс еңеүселәре дөйөм алғанда 250 миллион һумдан ашыу аҡса алған. Был аҡсаны улар үҙҙәренең йәмәғәт киңлектәрен үҙгәртеүгә йүнәлтә.
Бынан тыш, республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы менән берлектә йыл һайын айыҡлыҡ көндәре сиктәрендә ауыл халҡы өсөн «ҡыҙыу линиялар», комплекслы ярҙам күрһәтеү буйынса консультациялар, «Минең ғаиләм», «Хәстәрлек поездары» проекттары ойошторола. Төбәк Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән килешеү буйынса БДМУ вәкилдәре күсмә лекциялар үткәрә. Республика клиник наркодиспансеры ла алкоголгә бәйлелекте иҫкәртеү буйынса мәғлүмәт-ағартыу сараларын ойоштора.
«Минең бизнесым» үҙәге ҡатнашлығында 2025 йылдан ауыл эшҡыуарҙары менән осрашыуҙар ойошторолдо, унда дәүләт ярҙамы саралары тикшерелә.
2026 йылда конкурстың республика этабына 52 муниципалитеттан 845 тораҡ пункт заявка биргән. Улар жюриға ауылды үҫтереү буйынса үҙ проекттарын тәҡдим итәсәк, уларҙы яҡлау 31 марттан 3 апрелгә тиклем үтәсәк.