Йәмғиәт
11 Февраль , 03:40

Путин ике рәсәйлегә "Герой-Әсә» исемен бирҙе

Рәсәй Президенты Владимир Путин ике рәсәйлегә «Герой-Әсә» исемен бирҙе. #ВладимирПутин

Путин ике рәсәйлегә "Герой-Әсә» исемен бирҙеПутин ике рәсәйлегә "Герой-Әсә» исемен бирҙе
Путин ике рәсәйлегә "Герой-Әсә» исемен бирҙе

Дәүләт башлығының тейешле указы рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Документта билдәләнеүенсә, Мәскәү өлкәһенән Данильченко Инна һәм Брянск өлкәһенән Ипполитова Ольга ғаилә институтын нығытыуҙа һәм балалар тәрбиәләүҙә ҙур ҡаҙаныштары өсөн ошо исемгә лайыҡ була.

Документта шулай уҡ Президент Калининград һәм Ивановск өлкәләренән ике ғаиләне «Ата-әсәлек даны» ордены менән бүләкләүе тураһында әйтелә. Бынан тыш, тағы 16 ғаилә «Ата-әсәлек даны» миҙалдары аласаҡ.

Әйткәндәй, 2025 йылда Владимир Путин өс рәсәйлегә «Герой-Әсә» исемен биргәйне.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас