

Әлегә республикала ҙур булмаған ауылдарҙа табиптар өсөн бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр ғәмәлдә.
Башҡортостанда 50 меңдән ашыу кеше йәшәгән ҡалаларға эшкә күскән табиптар өсөн түләүҙәр индерергә тәҡдим ителә. Компенсация түләүҙәре күләме 2 миллион һум тәшкил итәсәк, ике йыл эшләү дауамында йылына бер миллион һумдан. Тейешле ҡарар проектын республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы әҙерләгән.
Түләү алыуға республиканың 11 ҡалаһының береһендә — Бәләбәйҙә, Белоретта, Ишембайҙа, Күмертауҙа, Мәләүездә, Нефтекамала, Октябрьскийҙа, Салауатта, Сибайҙа, Стәрлетамаҡта йәки Туймазылағы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ҡарамағындағы учреждение менән төҙөлгән хеҙмәт килешеүе нигеҙ була ала.
"Компенсация түләүҙәре медицина белеме булған, 50 меңдән ашыу кеше йәшәгән ҡалаға эшкә килгән (Өфө ҡалаһынан тыш), тулы эш көнө шарттарында хеҙмәт килешеүе төҙөгән РФ граждандарына бирелә», — тиелә документ проектында.
Түләүгә дәғүә итеүсе ҡарарҙың ҡушымтаһында һанап үтелгән 16 медицина һөнәренең береһе буйынса эшләргә тейеш. Улар араһында акушер-гинеколог, анестезиолог-реаниматолог, инфекционист, невролог, кардиолог, балалар хирургы бар.
Белеүебеҙсә, әлеге ваҡытта республикала «Земство табибы» һәм «Земство фельдшеры» программалары сиктәрендә бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр бар. Ауыл еренә һәм алыҫ райондарға эшкә күскән табиптар 500 меңдән 1,5 миллион һумға тиклем аҡса алыуға иҫәп тота ала.