

Бындай ярҙам агросәнәғәт комплексының кадрҙар потенциалына булышлыҡ итеү буйынса республика программаһы ярҙамында күрһәтеләсәк. Программа, ауыл хужалығы ойошмаларының йәш белгестәренә 750-шәр мең һум аҡсаһын түләүҙе күҙ уңында тота.
Икенсе йыл эшләп килгән программа „Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү“ милли проекты ярҙамында тормошҡа ашырыла. Уның сиктәрендә „АГРОСӘНӘҒӘТ КОМПЛЕКСЫНДА КАДРҘАР“ федераль проекты эшләй. Маҡсаты - 2030 йылға агросәнәғәт комплексы предприятиеларын 95 процентҡа тиклем белгестәр менән тәьмин итеү.
Конкурс тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте Башҡортостан ауыл хужалығы министрлығы сайтында алырға мөмкин.