Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Февраль , 16:57

"Осҡон"доң яңы һаны төҫлө сыҡты

Хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ!Ҡулығыҙға алған был яңы һан ғына түгел, ә 23 февралгә ысын бүләк.

"Осҡон"доң яңы һаны төҫлө сыҡты
"Осҡон"доң яңы һаны төҫлө сыҡты

Хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ!
Ҡулығыҙға алған был яңы һан ғына түгел, ә 23 февралгә ысын бүләк.
Хәтерләйһегеҙҙер, бер ай элек район хакимиәте башлығы Айрат Әминев район гәзиттәре хеҙмәткәрҙәре менән осрашҡанда «Осҡон» менән «Абзелил»ды үҙгәртергә тәҡдим иткәйне. Һөҙөмтә — алдығыҙҙа.
Нимә үҙгәргән? Район хакимиәтенең финанс ярҙамы менән район гәзиттәренә яңы дизайн программаһы алынды. Әле гәзитте ошо программа нигеҙендә сығарыуға өйрәнәбеҙ
Гәзиттең был һаны яңы дизайн менән эшләнде һәм төҫлө итеп баҫылды. Киләсәктә тулыһынса яңы дизайнға күсербеҙ, тип ышанабыҙ. Гәзитте төҫлө итеп сығарыуға аҡса бүлеп, район хакимиәте гәзит уҡыусыларыбыҙға шәп бүләк яһаны.
Үҙгәрештәр кисергән «Осҡон» оҡшанымы, оҡшаманымы? Был хаҡта һеҙҙән шылтыратыуҙар көтәбеҙ, дуҫтар!
Гәзиттәргә үҙгәрештәр индерергә мөмкинлек биргән муниципаль район хакимиәтенә, уның башлығы Айрат Зиннәт улына рәхмәт.
«Осҡон»дар.

Автор:
Читайте нас