Йәмғиәт
25 Февраль , 06:23

Йәмәғәт палатаһының яңы составы төҙөлә

Рәсәй Президенты Владимир Путин 40 гражданға Рәсәй Йәмәғәт палатаһы составына инеү тәҡдимен ебәрҙе, тип хәбәр итте Кремлдең матбуғат хеҙмәте.  #ВладимирПутин

Йәмәғәт палатаһының яңы составы төҙөләЙәмәғәт палатаһының яңы составы төҙөлә
Йәмәғәт палатаһының яңы составы төҙөлә

"Президент дәүләт һәм йәмғиәт алдында айырым ҡаҙаныштары булған 40 рәсәй гражданының кандидатураһын билдәләне һәм уларға Рәсәй Федерацияһының Йәмәғәт палатаһы составына инеү тәҡдимен ебәрҙе», — тиелә хәбәрҙә.

Йәмәғәт палатаһының составын формалаштырыуҙың киләһе этабында төбәктәр үҙ вәкилдәрен һайлаясаҡ. Улар быны 30 көн эсендә эшләргә тейеш.

Федераль власть органдары ҡарамағындағы советтарҙы формалаштырыусы һәм закон проекттарын башлап уҡыуҙа ҡатнашҡан Йәмәғәт палатаһының яңы составы өс йыл һайын формалаша. Уға бөтәһе 172 ағза инә. Улар иҫәбенә Президент тәҡдим иткән кандидатуралар, төбәк палаталары ағзалары һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре инәсәк.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас