Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың, етем балаларҙың, шулай уҡ аҙ тәьмин ителгән һәм күп балалы ғаиләләрҙәге балаларҙың хыялдарын тормошҡа ашырырға ярҙам итеүсе «Теләктәр шыршыһы» федераль хәйриә акцияһы сиктәрендә Рус баҡыр компанияһының «Урал көсө» ирекмәндәр үҙәге «Салауат» компанияһы менән берлектә Рауил ауылында йәшәгән Мәхмүтовтар ғаиләһенең балаларының изге теләктәрен бойомға ашырҙы.
Ошо көндәрҙә бүләктәр балаларға килеп етте. «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Таһир Бәхтигәрәев шәхсән үҙе килеп, балаларға хыялланған бүләктәрен тапшырҙы. Һигеҙенсе класс уҡыусыһы Илназ профессиональ видеокамералы булды, һеңлеһе Алтынайға йәйге бассейн, ә ҡустыһы Искәндәргә радио менән идара ителеүсе йөк машинаһы бүләк иттеләр.
"Ваҡыт табып, килеп, балаларҙы ҡыуандырғанығыҙ өсөн рәхмәт. Һеҙгә һаулыҡ һәм эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ. Изге Рамаҙан айында ҡылған изгелектәрегеҙ үҙегеҙгә артып ҡайтһын!" - тип рәхмәттәрен еткерҙе балаларҙың әсәһе Фәрзәнә Мәхмүтова.