Йәмғиәт
4 Марта , 02:40

20 меңдән ашыу экологик сара үткәрелгән

2 мартта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә экологик мәсьәләләр ҡаралды. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

20 меңдән ашыу экологик сара үткәрелгән20 меңдән ашыу экологик сара үткәрелгән
20 меңдән ашыу экологик сара үткәрелгән

Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов белдереүенсә, 2025 йылда республикала 4 миллион кеше ҡатнашлығында 20 меңдән ашыу экологик сара үткәрелгән.

Төбәктә экологик мәҙәниәтте системалы формалаштыралар. Был эшкә мәктәп уҡыусыларын, студенттарҙы, ирекмәндәрҙе, бизнес һәм власть органдары вәкилдәрен йәлеп итәләр. Мәҫәлән, 2025 йылда республика «ЭкоТолк» халыҡ-ара экологик диктантына ҡушылды. Акцияла 2 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан.

2014 йылдан алып республикала «Эколята» проекты тормошҡа ашырыла. Мәктәпкәсә йәштәге балалар һәм уҡыусылар ағастар ултырта, парктарҙы таҙарта һәм макулатура йыйып тапшыра.

Башҡортостан уҡыусылары даими рәүештә бөтә рәсәй балалар экологик форумында ҡатнаша. 2025 йылда республика командаһы «ҡалдыҡтарҙы икенсел файҙаланыу буйынса иң яҡшы проект» номинацияһында еңеү яулаған. Улар сүп-сарҙы сорттарға айырырға өйрәтеү буйынса виртуаль уйын тәҡдим иткән.

Республикала йылына ике тапҡыр «Экологик белем аҙналығы» ойошторола. 2025 йылда ойоштороусылар 14 меңдән ашыу дәрес үткәргән, уларҙа 272 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан.

Өс йыл рәттән Башҡортостанда ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса федераль агентлыҡ ярҙамында «ГеоВызов» халыҡ-ара геология чемпионаты уҙғарыла. Буласаҡ геологтар 12 дисциплинала ярыша. Уларҙың остаздары булып профилле ведомстволар, компаниялар һәм юғары уҡыу йорттары белгестәре сығыш яһай.

Радий Хәбиров, был абруйлы сараны Башҡортостанда үткәреүҙең мөһимлеген билдәләне һәм төбәктең Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы тарафынан экологик белем өлкәһендә алып барылған эште юғары баһаланы.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас