Был хаҡта Рәсәй Президенты Владимир Путин “Белем” премияһын тапшырыу тантанаһы уңайынан ебәргән телеграммала белдерә.
“Проектта ҡатнашыусыларҙың һайлаған эштәрендәге тәжрибәһе, таланты, мауығыуы башҡалар өсөн уҡыуҙа, эштә, тормошта өлгө булып тора", — тиелә унда.
Президент «Белем» йәмғиәтенең барлыҡ активистарына рәхмәт белдергән, уларҙың остазлыҡҡа тоғролоғон билдәләгән. Путин проектта ҡатнашыусыларҙың хеҙмәте ҙур, сөнки улар ил халҡында яуаплы гражданлыҡ позицияһын формалаштырырға ярҙам итә, тип өҫтәгән.