

РФ башлығы үҫмерҙәр енәйәтселеге проблемаһына ҙур иғтибар бүлде. Рәсәй лидерының төп белдереүҙәре
Эске эштәр министрлығының эше тураһында
Владимир Путин 2025 йылда Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәренең ыңғай һөҙөмтәләргә өлгәшеүен билдәләне. Былтыр илдең бөтә федераль округтарында һәм 80 төбәгендә енәйәтселек кимәле кәмегән, тип өҫтәне ул.
Президент енәйәттәрҙе асыҡлау буйынса эште тағыла яҡшыртырға кәрәклеген өҫтәне.
"Тәү сиратта енәйәттәрҙе асыҡлау буйынса эште яҡшыртырға кәрәк. Әлбиттә, тәү сиратта шәхескә ҡаршы ауыр һәм айырыуса ауыр һөжүмдәр һәм граждандарҙың милкенә ҡаршы енәйәттәр», — тип билдәләне Путин.
РФ президенты Эске эштәр министрлығының көнүҙәк бурысы — иҡтисади енәйәтселеккә ҡаршы көрәш, тип билдәләне.
"Бындай енәйәттәрҙе эҙмә-эҙлекле асыҡларға кәрәк, шул иҫәптән Оборона-сәнәғәт комплексында, Рәсәйҙең именлеге һәм суверенитеты өсөн стратегик әһәмиәткә эйә булған башҡа тармаҡтарҙа; граждандарыбыҙҙың тормошон яҡшыртыуға йүнәлтелгән милли проекттарға һәм программаларға айырыуса иғтибар бүлергә кәрәк. Был маҡсатҡа бүленгән аҡса урлауҙан, маҡсатһыҙ ҡулланыуҙан һәм бигерәк тә сит илгә сығарыуҙан һаҡланырға тейеш. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был әле лә дауам итә», — тине Рәсәй Башлығы.
Үҫмерҙәр ҡатнашлығында енәйәттәр тураһында
Ултырыш барышында Путин 2025 йылда күп йылдар дауамында тәүге тапҡыр үҫмерҙәр араһында енәйәтселектең артыуы күҙәтелеүенә иғтибар итте. Бындай енәйәттәр араһында ауыр һәм айырыуса ауыр булғандар өлөшө, 40 проценттан ашып киткән.
"Тәжрибә күрһәтеүенсә, йәштәрҙе йыш ҡына енәйәт эшмәкәрлегенә, енәйәт мөхитенә йәлеп итәләр. Үҫмерҙәрҙең 45 проценты тиерлек, төркөм эсендә ҡатнашып законһыҙ эштәр башҡара. Бәлиғ булмағандарҙы үҙ маҡсаттары өсөн файҙаланған енәйәтселәрҙе тиҙ арала асыҡларға һәм яуаплылыҡҡа тарттырырға кәрәк», — тине Президент.
Үҫмерҙәрҙең агрессив тәртибе тураһында
Владимир Путин мәктәптәрҙә һәм колледждарҙа үҫмерҙәрҙең агрессив ҡылығы осраҡтарының айырыуса хәүеф тыуҙырыуына иғтибар итте. Эске эштәр министрлығы бындай енәйәттәрҙе иҫкәртеүгә баҫым яһарға тейеш.
"Мәктәптәрҙә, колледждарҙа, шулай уҡ йәмәғәт урындарында үҫмерҙәрҙең агрессив ҡылығы айырыуса хәүеф тыуҙыра. Эске эштәр министрлығы башҡа хоҡуҡ һаҡлау органдары менән берлектә бындай енәйәттәрҙе булдырмауға һәм иҫкәртеүгә иғтибарҙы арттырырға тейеш», — тине Владимир Путин.