Йәмғиәт
11 Март , 06:56

Путин Рәсәй саңғысыһын еңеүе менән ҡотлаған

Рәсәй Президенты Владимир Путин саңғысы Иван Голубковты Миланда һәм Кортина-д’Ампеццола үткән Паралимпия уйындарында алтын миҙал яулауы менән ҡотлаған.  #ВладимирПутин

Путин Рәсәй саңғысыһын еңеүе менән ҡотлағанПутин Рәсәй саңғысыһын еңеүе менән ҡотлаған
Путин Рәсәй саңғысыһын еңеүе менән ҡотлаған

Ҡотлау телеграммаһы Кремль сайтында баҫылған. Голубков 10 км-ға уҙышта беренсе урын алған.

Телеграммала Голубковтың ныҡлы характер, еңеүгә ынтылыш күрһәтеүе һәм саңғы ярыштарында хаҡлы рәүештә алтын миҙал яулауы билдәләнә. Президент тренерҙарға һәм башҡа белгестәргә паралимпиясыларға ошондай ҙур һөҙөмтәләргә өлгәшергә ярҙам итеүҙәре өсөн рәхмәт белдергән.

Италияла паралимпия уйындары 6-15 мартҡа тиклем барасаҡ. Уйындарҙа бөтәһе алты рәсәй спортсыһы ҡатнаша. Әлеге ваҡытта улар дүрт алтын һәм ике бронза миҙал яулаған.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас