

Республиканың Хеҙмәт министрлығы «Опекундарға (попечителдәргә) баланы ҡарауға аҡса түләү тәртибе һәм күләме тураһында" төбәк законына тейешле төҙәтмәләр әҙерләгән.
Түләүҙәрҙе 11 процентҡа индексациялау планлаштырыла. Министрлыҡ район коэффициентын иҫәпкә алып, бала өсөн түләү күләмен өс йәшкә тиклем 10 855 һумдан 12 049 һумға тиклем, өс йәштән өлкәндәрҙе 10 439 һумдан 11 587 һумға тиклем арттырырға тәҡдим итә.
Инвалид йәки һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән баланы ҡарау өсөн түләүҙәрҙе лә 11 процентҡа күтәрергә планлаштыралар. Өс йәшкә тиклемге бала өсөн — 13 027 һумдан 14 460 һумға тиклем, өс йәштән өлкәндәр өсөн — айына 12 526 һумдан 13 904 һумға тиклем күтәреү дәҡдим ителә.