Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Март , 15:20

Был бренд булырға тейеш

Владимир Путин Рәсәйҙә күп балалылыҡты бренд булараҡ популярлаштырыу идеяһын хуплай.   #ВладимирПутин

Был бренд  булырға тейеш
Был бренд булырға тейеш

Дәүләт башлығы Ырымбур өлкәһе губернаторы Евгений Солнцев менән осрашыу барышында тәҡдимде хуплаған.

Төбәк башлығы Е. Солнцев үҙенең Президентҡа доклад барышында өлкәлә күп балалы ғаиләләр һаны арта тип белдерҙе.

"Күп балалы ғаилә модала булырға тейеш, бының өсөн уларҙы популярлаштырырға кәрәк. Бындай ғаиләләр тураһында, ныҡлы һәм сәләмәт  ғаилә тип әйтһендәр өсөн. Был бренд кеүек булырға тейеш, - тине Е. Солнцев.

Дәүләт башлығы бынан алда демографик хәлде яҡшыртыу, күп балалы ғаиләләргә ярҙам итеү Рәсәйҙең оҙайлы һәм өҫтөнлөклө программаһы тип атағайны. Атап әйткәндә, Владимир Путин күп балалы ғаиләләрҙең айлыҡ килеме аҙ кимәлдә артҡан осраҡта пособиеға хоҡуғын һаҡларға ҡушты.

Әгәр уларҙың йән башына уртаса килеме йәшәү минимумы кимәленән 10 проценттан кәмерәк булһа, бындай ғаиләләр ҡабаттан айлыҡ пособие ала аласаҡ, тип аныҡланы.

Автор: Вил Илһамов
Читайте нас