Медицина учреждениеһының 26 махсуслаштырылған бүлексәһе һәм ҙур койка фонды бар.
54 йылдан ашыу эшләүсе был дауахана Башҡортостан балаларына бөтә төр медицина ярҙамы күрһәтә. Әйтәйек, 2025 йылда дауаханала 30 меңгә яҡын бала дауаланған, табиптар 7 меңдән ашыу операция яһаған. Унда эшләүсе юғары һәм урта медицина белеме булған 1 меңдән ашыу белгес юғары технологиялар ҡулланып балалар ауырыуҙарын диагностикалай һәм дауалауҙы тәьмин итә. «Салют» реабилитация комплексында медицина блогының йыл ярым эшләү осоронда ауыр патологиялы 164 бала инвалидлыҡтан ҡотолған. Ә дауаланған балаларҙың 25 проценты тиерлек функциялары боҙолған төркөмдән уртаса төркөмгә күсә алған, йәшәү сифатын күпкә яҡшыртҡан.
2025 йылда Республика балалар клиник дауаханаһы «педиатрия профилендәге иң яҡшы медицина ойошмаһы» Рәсәй конкурсында беренсе урын яулаған. Был ҙур ҡаҙаныш.