Рәсәй Баҡыр кампанияһының Ирекмәндәр үҙәге йыл һайын үткәрелеүсе «Изгелек биләмәһе» социаль проекттарҙың өсөнсө конкурсы башланыуын иғлан итте. Ауылығыҙҙа, йәшәгән ерегеҙҙә тормошто яҡшыраҡ итеү идеяһы бар икән - уның тураһында белдерергә ваҡыт. Быйыл конкурс яңы кимәлгә сыҡты: география киңәйҙе, еңеүселәр һаны артты. Хәҙер Башҡортостандың әүҙем кешеләренән дә ғаризалар ҡабул ителә. РМК – Әбйәлил районында инвестиция проектын тормошҡа ашырған “Салауат " яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең партнер-компанияһы.
Еңеүселәрҙе нимә көтә?
Төп бүләк – идеяңды тормошҡа ашырыу өсөн 500 мең һумға тиклем финанслау.
Иң яҡшы ете проектты һайлап аласаҡтар. Ирекмәндәр аҡсаны ниндәй маҡсаттарға тотона ала? Иң мөһиме – халыҡҡа файҙа килтереү. Уҙған йылдарҙа төрлө төбәктәрҙән ирекмәндәр бик күп мөһим эштәр башҡарып өлгөргән: мәктәп эргәһендә экоихата асылған, батареялар йыйыу өсөн контейнерҙар ҡуйылған, эттәр өсөн приютта вольерҙар яңыртылған, буласаҡ геологтар һәм металлургтар өсөн класс йыһазландырылған. Кем ҡатнаша ала? Рәсәйҙең 18 йәштән өлкән һәр гражданы. Ғаризалар 11 майға тиклем ҡабул ителә. Тулы мәғлүмәтте ҡайҙан белергә? Түбәндәге һылтанма аша инеп, конкурстың Положениеһы менән танышырға мөмкин: vk.cc/cViTEf