Ундайҙар әйттереп, hоратып түгел, ә үҙҙәре белеп, күңел ҡушыуы буйынса изге ғәмәл башҡара. Хәмит ауылының «Умарта» балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәренең ата-әсәйҙәре, олатай- өләсәйҙәре лә шундай изге ниәтлеләр рәтендә.
«Бына әле лә изге Рамаҙан айында үҙҙәренә һауап алып, балаларҙы үрле-ҡырлы hикертеп ҡыуандырып, уйынсыҡтар алып килгәндәр. Ата-әсәйҙәргә, олатай-өләсәйҙәргә балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре исеменән оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ! Эштәрегеҙ уң, ғаиләләрегеҙ татыу, үҙегеҙ hау-сәләмәт булығыҙ. Изгелегегеҙ меңләтә һауап булып әйләнеп ҡайтһын!» — тип ҡыуаныстары менән уртаҡлашты Хәмит ауылының «Умарта» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Лениза Зәки ҡыҙы.