Тынғыһыҙ райондаштарыбыҙ икенсе йыл рәттән тағы бер изге ғәмәл башҡара. Тап шул ғәмәл Эльмира Мөхәмәт ҡыҙы менән осрашыуға сәбәпсе булды ла инде. Һәр ваҡыт заман менән бергә атлаған, һатып алыусыларҙың ихтыяждарын үтәү өҫтөндә егерме йыллап арымай-талмай хеҙмәт иткән эшҡыуар мохтаждарға ярҙам күрһәтеүҙе лә үҙенең изге бурысы һанай. Мәсеткә, физик мөмкинлеге сикләнгәндәргә, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә даими рәүештә аҙыҡ-түлек менән, аҡсалата ла ярҙам күрһәтә.
Һуңғы ике йыл дауамында Рамаҙан айында ураҙа тотоусы мосолмандарға икмәк бешереү цехында ифтарға әҙер ризыҡ бешереп тарата. Быйыл да, Рамаҙан башланғаны бирле һәр йома билдәләнгән ваҡытҡа «Фасоль» магазинына кеше ағылды. Ай дауамында һәр йома 100-әр порция ризыҡ әҙерләп, ураҙа тотҡан мосолмандарға таратты Ғилмановтар.
— Шөкөр, хәҙерге заманда халыҡ етеш көн күрә. Төрлө ризыҡ әҙерләп халыҡҡа таратыу тәүҙә күптәргә сәйер ҙә тойолғандыр. Сөнки бындай күренеш әлегә беҙҙә күҙәтелмәй. Халыҡ та өйрәнде, риза булып, рәхмәттәр уҡып, бар ғаилә ағзаларына ауыҙ асырға әҙер ризыҡ алып китәләр. Көноҙоно эшләп, өйөнә ҡайтып барышлай инеп алыусылар бар, мәсеткә йөрөгән ололар, дин юлына баҫҡан йәштәр, йәш балалы әсәләр ҙә килеп ала. Аллаһы Тәғәлә «иң яҡшы ай — Рамаҙан!» тип үҙе әйткән. Ошо айҙа ҡылынған изгелектәр ерҙә ятып ҡалмаясаҡ, барыһы ла Хоҙай ҡулында, — ти инде дүрт йыл үҙе лә дин юлында булған, намаҙға баҫҡан, хаж ҡылған Эльмира Мөхәмәт ҡыҙы. — Беҙ ошо мәрхәмәтлек акцияһын булдырғаны бирле төрлө хәлдәр булды. Элек дингә битараф кешеләр ҙә беҙҙең эшебеҙҙе күреп, ураҙа тота башлаған осраҡтар бар. Әле күҙ алдығыҙҙа унлаған йәш малай килеп китте, ана шул балалар тәүҙә мәсеткә килеп уйнап ҡына йөрөй ине, хәҙер күбеһе ураҙа тоталар, намаҙ ҙа уҡыйҙар. Шаян малайҙарҙың дингә ылығыуы яҡшы күренеш, сөнки дин үҙе тәртипкә, әҙәпкә илтеүсе юл. Беҙҙә эшләгән ҡыҙҙар ҙа ураҙа тота. Дингә бер кем дә ҡапыл ғына килмәй, әгәр кемдәргәлер ошо изге юлға этәргес, сәбәпсе була алабыҙ икән, ул үҙе рәхмәтле эш һәм беҙҙе бәхетле итә», —тип һүҙен йомғаҡланы Эльмира Мөхәмәт ҡыҙы.
Гөлнара НУРҒӘЛИЕВА.