Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Март , 14:45

Паралимпиясылар дәүләт наградалары аласаҡ

Рәсәй Президенты Владимир Путин Италияла Паралимпия уйындарында еңеү яулаған спортсыларға һәм тренерҙарына дәүләт наградалары бирелеүе, тураһында указ сығарған. #ВладимирПутин

Паралимпиясылар дәүләт наградалары аласаҡ
Паралимпиясылар дәүләт наградалары аласаҡ

“Италия үткән XIV Ҡышҡы паралимпия уйындарында күрһәткән юғары спорт ҡаҙаныштары, еңеүгә ынтылыштары, сыҙамлыҡ һәм маҡсатҡа ынтылыш күрһәткәндәре өсөн", — тиелә документта.

Дуҫлыҡ ордены менән Анастасия Багиян (саңғы ярыштары), Алексей Бугаев (тау саңғыһы), Варвара Ворончихина (тау саңғыһы), Иван Голубков (саңғы ярыштары) һәм Сергей Синякин (саңғы ярыштары) бүләкләнә.

Александр Невский орденын саңғы ярыштары буйынса йыйылма команданың өлкән тренеры Ирина Громова ала.

Александра Назарова (тау саңғыһы спорты буйынса йыйылма команданың өлкән тренеры) һәм Алексей Турбин (саңғы ярыштары буйынса тренер) Дуҫлыҡ ордены менән бүләкләнә. I дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» миҙалын саңғы ярыштары һәм биатлон буйынса өлкән тренер Алексей Кобелев ала.

Италияла Паралимпия уйындарына тик алты рәсәйле генә индерелә, улар Рәсәй флагы һәм гимны менән сығыш яһай. Паралимпиясылар 12 награда яулай (һигеҙ алтын, бер көмөш һәм өс бронза), миҙал зачетында өсөнсө урынды биләй.

 

Автор: Вил Илһамов
Читайте нас