Хәҙер бурыслы булғандарҙан тартып ала алмайҙар:
- торлаҡ (ипотекаға алынған торлаҡтан тыш), әгәр ул бурыслының берҙән-бер торлағы булһа;
- күп балалы ғаиләгә бушлай бирелгән ер участкаһы;
- берҙән-бер торлаҡ менән ер участкаһы, ипотекаға һатып алынғандан тыш;
- хужалыҡ ҡоролмалары;
- күп балалы ғаиләнең автомобиле, әгәр ул берҙән-бер транспорт сараһы булһа;
Башҡа мөлкәт: инвалидҡа йөрөүгә кәрәкле автомобиль, дәүләт наградалары һәм приздары, йорт кәрәк-яраҡтары, аҙыҡ-түлек, аҡса һәм башҡалар.
Ҡануниәттәге үҙгәрештәр күп балалы ғаиләләрҙе социаль яҡлауҙы көсәйтергә тейеш, тип иҫәпләйҙәр был закондың авторҙары.
2026 йыл башында Дәүләт думаһына күп балалы ғаиләләргә бирелгән ер участкаларын инфраструктура һәм уға илткән юлдар менән тәьмин итеүҙе нығытыу тураһында закон проекты индерелгәйне. Ер кодексының 39.5-се статьяһына үҙгәрештәр индерергә тәҡдим ителә. Бындай саралар закон проекты авторҙары фекеренсә, күп балалы ғаиләләрҙең бюджетын коммуникациялар үткәреүгә китәсәк сығымдарҙан һаҡларға, бүленгән ер участкаһында төҙөлөште тиҙләтергә булышлыҡ итәсәк.