Йәмғиәт
26 Март , 04:22

ЕАЭС илдәренә 100 мең долларҙан ашыу аҡса сығарыу тыйыла

Президент Владимир Путин юридик шәхестәргә һәм шәхси эшҡыуарҙарға Рәсәйҙән Евразия иҡтисади союзы (ЕАЭС) илдәренә 100 мең долларҙан ашыу булған эквивалент сумманы сығарыуҙы тыйҙы. #ВладимирПутин

ЕАЭС илдәренә 100 мең долларҙан ашыу аҡса сығарыу тыйылаЕАЭС илдәренә 100 мең долларҙан ашыу аҡса сығарыу тыйыла
ЕАЭС илдәренә 100 мең долларҙан ашыу аҡса сығарыу тыйыла

1 апрелдән Рәсәйҙән ЕАЭС илдәренә 100 мең долларға тиң эквивалент сумманан ашыу аҡса сығарыу тыйыла. Ә, 1 майҙан 100 грамдан ауыр  булған алтын ҡойолмаһы сығарыу тыйыла.

Хөкүмәт тарафынан билдәләнгән һауа үткәреү пункттары аша (Мәскәү һәм Владивосток аэропорттары) сит илгә аҡса сығарып була, әгәр сығарыусыларҙың иҫәбенән аҡса алыныуын раҫлаған банк яҙмалары йәки «хөкүмәт тарафынан исемлеге билдәләнгән башҡа документтар» булһа.

Шул уҡ указ менән 1 майҙан 100 г-нан ашыу ауырлыҡтағы аффинирланған алтынды сит илгә сығарыу тыйыла.

Был сара ҡайһы бер осраҡтарға ҡағылмай, әгәр

  • Федераль пробир палатаһы биргән рөхсәт документы булған осраҡта алтынды ЕАЭС илдәренә Мәскәүҙең Шереметьево, Домодедово, Внуково аэропорттары, Владивостокта Кневичи аэропорты аша сығарыу;
  • алтынды ЕАЭС-ҡа инмәгән илдәргә физик шәхестәр Шереметьево, Внуково, Домодедово һәм Кневичи аэропорттарындағы үткәреү пункттары аша федераль пробир палатаһы һығымтаһы булғанда сығарыу;
  • юридик шәхестәр һәм шәхси эшҡыуарҙар тарафынан ЕАЗС-ҡа инмәгән илдәргә алтын сығарыу.

Указда әйтелгәнсә, саралар «Рәсәй Федерацияһының милли именлеген һәм милли мәнфәғәттәрен яҡлау, уның финанс тотороҡлоғон тәьмин итеү маҡсатында» ҡабул ителә.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас