Йәмғиәт
27 Март , 04:20

Асҡар уртаһындағы аҡ ҡайындар ...

Ошо һүҙҙәр әйтелеү менән, күптәребеҙҙең күңелендә һаҡланған матур иҫтәлектәр, йылы хистәр уяна.

Асҡар уртаһындағы аҡ ҡайындар ...Асҡар уртаһындағы аҡ ҡайындар ...
Асҡар уртаһындағы аҡ ҡайындар ...

Беҙҙең баласаҡ, үҫмер йылдары эҙҙәрен һаҡлай был ҡайынлыҡ. Бында тормош гөрләп торҙо. Иң иҫтә ҡалғаны ҡояшлы йылы яҙғы көндә обелиск эргәһендә үткән тантаналы йыйылыштар. Күкрәктәрендәге орден-миҙалдарын сыңлатып, әбейҙәрен ҡушлап, күп һандағы һуғыш ветерандары йыйылыр ине. Осрашыу-күрешеүҙәр, фотоға төшөүҙәр... Һуғыштан ирҙәре әйләнеп ҡайтмаған инәйҙәрҙең бер түңәрәк булып ергә ултырып илауҙарын күреү минең өсөн ауыр бер иҫтәлек булып ҡалды... Асҡар мәктәбенең бар уҡыусылары ла ошонда йыйылды, көн оҙон барған волейбол майҙансығында сәмле ярыштарҙы оноторлоҡ түгел. Ә кискеһен инде бында музыка, йәштәр, бейеү, вальс, тағы ла осрашыуҙар, танышыуҙар... Йәйен-ҡышын физкультура дәрестәребеҙ ҙә күбеһенсә ошо ҡайынлыҡта үтте. 25 май көнө иһә ҡайынлыҡ тотош фотозонаға әйләнә ине. Комсомол урамында йәшәгән күп кенә етәкселәр, билдәле шәхестәр ошо баҡса аша йәйәү эшкә йөрөй торғайнылар. Йылдар үтеү менән ҡайындар ҙа ҡартайҙы, ҡайынлыҡ һирәгәйҙе, ҡараусыһыҙ ҡалған ваҡыттары ла булды. Һуңғы йылдарҙа Асҡар ауыл биләмәһе хакимиәте ҡарамағында бында төҙөкләндереү эштәре алып барылды, халыҡҡа ял итеү мөмкинлектәре киңәйтелде, обелиск яңыртылды. Шулай ҙа Асҡар ҡайынлығын тағы ла төҙөкләндерергә ине, минеңсә. Ололарға ла, йәштәргә лә, балаларға ла тәғәйенләнгән ял урындары булған, юлдар һалынған, яҡтыртылған заманса паркка әйләнһә баҡсабыҙ, беҙ бик шат булыр инек. Әҙәпле, тәртипле ял итеп, ватмай-боҙмай тотонорға ғына ҡалыр ине Асҡар халҡына.

 

Лениза СӘҒӘҘИЕВА, хеҙмәт ветераны.

Автор:
Читайте нас