

Ишморат Әминев, Тамъян ырыуы башлығы:
—Башҡортостандың төрлө райондарында булырға тура килә. Күп яҡтарҙа бөтә халыҡ ял иткәндәй урындар булыуын күреп һоҡланам. Асҡарҙа ла кәрәк ине шундай ял үҙәге тигән фекер күптән тынғы бирмәй. Беҙҙә бит урыны ла бар — тап үҙәктә бына тигән «Роща»быҙ бар. Әлбиттә, һуңғы осорҙа ауылыбыҙҙың күркәм урыны булған ҡайынлыҡтың ағастары ҡартайҙы, һирәгәйҙе. Әммә уны төҙөкләндереп, заманса төҫ биргәндә бына тигән ял итеү паркы буласаҡ. Асҡар ауылының Гагарин урамында тыуып-үҫкән кеше булараҡ минең, тиҫтерҙәремдең мәктәп, йәшлек йылдарыбыҙ шул «Роща» менән бәйле. Бала саҡтан ишетеп үҫеүебеҙсә, беҙҙең генә түгел, беҙҙән алда йәшәгән быуындың да яратҡан урыны булған ул ҡайынлыҡ. Башланғыс кластарҙа уҡытыусыбыҙ төрлө үлән-сәскәләр, ҡоштар менән таныштырыу маҡсатында нәҡ шунда алып барыр ине. Мәктәптә уҡыған йылдарҙа физкультура дәрестәре «Роща»ла үтте, 100, 60 метрға арауыҡҡа йүгереп ярышыуҙар әле булһын хәтерҙә. 1 Май, 9 Май байрамдары ла ҡайынлыҡта үтә торғайны. Еңеү көндәрендә түштәренә орден-миҙалдар таҡҡан ветерандар, һуғыш михнәттәрен үҙ иңдәрендә күтәргән олатай-өләсәйҙәрҙе күпләп шунда күрә торғайныҡ. Егет ҡорона ингәс, ҡыҙҙар менән шул ҡайынлыҡта танышыуҙар, осрашыуҙар күңел түрендә әле лә яҡты иҫтәлек булып һаҡлана. Сығарылыш кластары өсөн фотоға төшөү урыны ла булды «Роща». Ғөмүмән, Асҡар ауылында тыуыпүҫкән һәр кем өсөн ҡәҙерле һәм иҫтәлекле урындарҙың береһе булған ҡайынлыҡты ял итеү урыны итеп үҙгәртеү менән бергә, уны тарихҡа бәйләп төҙөкләндереү ҙә урынлы булыр ине. Сөнки Әбйәлилдең ғорурланырлыҡ данлыҡлы шәхестәре бик күп. Райондың алтмыштан ашыу ауылында тамъяндар йәшәй. Шуға ҡайынлыҡта ырыуыбыҙ башлығы Шағәле Шаҡмандың һәйкәлен урынлаштырғанда һәйбәт булыр ине. Тамъяндар башлығы, тархан һәм көньяҡкөнсығыш башҡорттарының Рус дәүләтенә ҡушылыуын башлап йөрөгән беренсе башҡорт дипломаты Шағәли Шаҡман бындай хөрмәткә лайыҡ. Тамъян башҡорттарының Нуғай мырҙаларына ҡаршы көрәшен етәкләгән кеше, XVI быуат урталарында үҙ заманының алдынғы ҡарашлы ир-уҙамандарының береһе Ш. Шаҡман Үҫәргән, Бөрйән, Ҡыпсаҡ ырыуҙары башлыҡтары Бикбау, Иҫке Бей, Мишәүле Ҡарағужаҡ менән бергә 1555 – 1557 йылдарҙа Аҡ батшаға — Иван Грозныйға бара. Һөйләшеүҙәр һөҙөмтәһендә был дүрт ырыу, шулай уҡ тамъяндар менән аралашып йәшәгән түңгәүер ырыуы үҙ ихтыяры менән Рус дәүләтенә ҡушыла. Бының һөҙөмтәһендә Ш. Шаҡман Иван IV батшанан үҙ ерҙәренә аҫабалыҡ хоҡуғы тураһында жалованный грамота алған, уға «тархан» исеме бирелгән. Халҡыбыҙҙың артабанғы хәүефһеҙлеген һәм әкренләп ултыраҡ тормошҡа күсеүен тәьмин иткән абруйлы шәхесебеҙҙе ҙурлау — беҙҙең мөҡәддәс бурысыбыҙ, тип иҫәпләйем. Шунда уҡ бөтә илгә билдәле Советтар Союзы Геройҙарының һәм Рәсәй Геройҙарының, шулай уҡ ҙур билдәлелек яулаған башҡа шәхестәр тураһында мәғлүмәт менән бюстарын ҡуйғанда ла насар булмаҫ ине. Был киләсәк быуын өсөн кәрәк. Сөнки бында ата-әсәһе, олатай-өләсәһе менән ял итергә килеп, һәйкәл-бюстарҙы күргән бала уларҙың кемгә, ни өсөн ҡуйылғанын белергә теләйәсәк, ә инде ололар үҙҙәре белмәһә лә, шунда бирелгән мәғлүмәткә таянып, улы йә ҡыҙына һөйләй алыр ине. «Бала күңеле — аҡ ҡағыҙ, ни яҙһаң — шул ҡалыр» тигәндәй, ул-ҡыҙҙарыбыҙ халҡыбыҙҙың үткәнен, шәхестәрен, ғөмүмән, тарихын белеп үҫерҙәр ине... Әлбиттә, «Роща»ның элекке йөҙөн ниндәйҙер кимәлдә һаҡлап ҡалырға кәрәктер, тип иҫәпләйем. Ҡайынлыҡтағы ағастарҙы ла яңыртып ултыртыу зарур. Хәҙер матур декоратив ағастар күп, был тәңгәлдә лә эштәрҙе уйлап, заманса башҡарыу урынлы булыр ине. Асҡар үҙәгендә бындай тарихи урын барлыҡҡа килһә, яңы өйләнешкән парҙар никахтарын рәсмиләштергәндән һуң, өҫтәүенә ЗАГС бүлеге лә эргәлә генә, туй тантанаһын мәңгеләштереп, йәштәрҙең ошонда фотоға төшөү урынына әйләнер ине. Буш ваҡыттарын файҙалы үткәреү өсөн төрлө быуын вәкилдәренә берҙәй уңайлыҡтар, мөмкинлектәр булдырылған ял итеү урыны итеп күрге килә «Роща»быҙҙы.