Йәмғиәт
27 Марта , 04:30

“Роща” һәр быуындың яратҡан урыны

Мин, атайым һуғыштан ҡайтҡас, 1946 йылда донъяға килгәнмен. 1954 йылда Асҡар мәктәбенә беренсе класҡа уҡырға барҙым, ул саҡта Дауытта мәктәп булманы.

“Роща” һәр быуындың яратҡан урыны“Роща” һәр быуындың яратҡан урыны
“Роща” һәр быуындың яратҡан урыны

Бөгөн ДОСААФ урынлашҡан урында булған бәләкәй мәктәптә уҡыныҡ. Хәҙерге «Роща» ул саҡта бик ҙур ине, әлеге мәҙәниәт йорто, ҡайынлыҡҡа ҡаршы Ленин урамындағы ике фатирлы йорттар булманы, ул тирәлә тотошлай урман булды тиһәм дә хата булмаҫ. Шуға ла мәктәпкә, урманды урап, аҫтаныраҡ, бөгөнгө Тыныслыҡ урамы яғынан йөрөнөк. «Роща»ла, элекке ағас больница урынында һәм элекке ағас клуб артында ҡәберлектәрҙе хәтерләйем. Беренсе класты тамамлауға, яҙғыһын, ул мәлдә арыуыҡ хәреф танырға өйрәнгәс, шунда барып, ҡәберлектәге яҙыуҙарҙы уҡып йөрөгән иҫтә ҡалған. Унда әсир төшкән немецтар ерләнгән, тиҙәр ине. Ҡәберлектәре беҙҙәге кеүек тупраҡ өйөмө түгел, ә цемент менән нығытылған булыуы хәтерҙә. Мәктәптә уҡыу йылдарында физкультура дәрестәре күпселектә «Роща»ла үтте — шунда ҡышҡыһын саңғыла йөрөнөк, йәйгеһен йүгерә инек. Асҡар мәктәбенә йөрөп, 1965 йылда ун беренсе класты тамамланым. Ауылдың иң матур иҫтәлекле урыны иҫәпләнгән «Роща»ла сығарылыш класс уҡыусыларының фотоға төшөүе йолаға әйләнгән ине. Класс етәксебеҙ Хафиз Харис улы Ғилманов менән төшкән фотолар әле лә һаҡлана. Һуңынан ҡайынлыҡта Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандарға обелиск барлыҡҡа килде, Еңеү байрамдарында ветерандар күпләп йыйыла торғайны шунда. Райондың етәкселәре, белгестәре өсөн Ленин урамында ике фатирлы йорттар һалына башлағас, әлбиттә, шул тирәләге ағастар ҡырҡылып, ҡайынлыҡтың майҙаны бәләкәйләнде. Шулай ҙа «Роща» һәр быуындың иң яратҡан һәм иҫтәлекле урыны булып ҡалды, уның менән һәр быуын вәкилдәре йылы хәтирәләр һаҡлай, минеңсә. Шуға ла ҡайынлыҡ заманса төҙөкләндерелһә яҡшы булыр ине. «Роща»ның ағастары ҡартайҙы, иң элек, олондары ярылып торған иҫке ағастарҙы алып ташлап, яңыртып ултыртырға кәрәктер, тип уйлайым. Әлбиттә, унда элеккесә тик ҡайындар ғына үҫһә, яҡшы булыр ине, әммә заман башҡа — заң башҡа тигәндәй, һәр миҙгелдә йәшел төҫөн ташламаған ҡарағай ағастарын, һис юғы, ситтән уратып ултыртып сыҡҡанда матур булыр ине, моғайын. Шулай уҡ һәр быуын вәкиле, оло кешеме, йәштәрме, балалармы, ошонда килеп, күңеленә ял алғандай шарттар ҙа булдырылырға тейештер. Һәм, әлбиттә, Әбйәлилдең тарихи үткәнен сағылдырған, данлы бөгөнгөһө хаҡында һөйләгән, мәғлүмәт биргән һәйкәлдәр, таҡтаташтар, артобъекттар, стендтар ҙа кәрәктер...

Раил Хәкимов, хеҙмәт ветераны.

“Роща” һәр быуындың яратҡан урыны
“Роща” һәр быуындың яратҡан урыны
“Роща” һәр быуындың яратҡан урыны
Автор:
Читайте нас