Йәмғиәт
2 Апреля , 03:05

Өфөнән ике ҡалаға яны поездар йөрөй башлай

Тиҙҙән Өфөнән Һамар һәм Магнитогорск ҡалаларына төбәк-ара поездар йөрөй башлай. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Өфөнән ике ҡалаға  яны поездар йөрөй башлайӨфөнән ике ҡалаға  яны поездар йөрөй башлай
Өфөнән ике ҡалаға яны поездар йөрөй башлай

 Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә Куйбышев тимер юлы начальнигы урынбаҫары Дмитрий Новиков хәбәр итте.

Һамарға яңы составтар май айында йөрөй башлаясаҡ. Магнитогорскиға тиклем маршрут йылдың икенсе яртыһында асыла, ә 2027 йылда – Сибайға тиклем оҙайтыла.

– Әле һынау үткән «Финист» яңы системалы поездар Өфөнән Белоретҡа юл ваҡытын дүрт сәғәткә ҡыҫҡарта, - тип билдәләне Дмитрий Новиков.

Куйбышев тимер юлы начальнигы урынбаҫары шулай уҡ 2025 йылда республика биләмәһендәге эштең төп йомғаҡтары менән дә таныштырҙы. Төбәктең тимер юл инфраструктураһын үҫтереүгә бөтәһе 5 миллиард һум йүнәлтелгән. Пассажирҙар ташыу әйләнеше 9,7 процентҡа артҡан. Йөк әйләнеше буйынса план күрһәткесе бер процентҡа артҡан.

Тармаҡты артабан үҫтереү сиктәрендә Башҡортостанға яңы заманса поездар килеүен дауам итә. Бынан тыш, республика муниципалитеттары хакимиәттәре менән берлектә тимер юл станциялары төҙөкләндерелә. Мәҫәлән, 2025 йылда «Күмертау» станцияһының вокзал яны майҙаны һәм «Шакша» станцияһының туҡталыш пункты яңыртылған. 2026 йылда «Инйәр» станцияһын тәртипкә килтереү планлаштырыла.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров төбәктең Рәсәй тимер юлдары менән үҙ-ара эш итеү һөҙөмтәлелеген юғары баһаланы.

- Компанияның төбәк биләмәһендәге иҡтисади күрһәткестәренең яҡшы динамика күрһәтеүе ҡыуаныслы. Куйбышев тимер юлының хеҙмәт коллективына ҙур рәхмәт белдерәм, – тине Радий Хәбиров. - Транспорт хәрәкәтенең яңы йүнәлештәрен асыуҙы, заманса составтарҙы сафҡа индереүҙе һәм күрһәтелгән хеҙмәттәрҙе киңәйтеүҙе хуплайбыҙ.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас