

Был хаҡта төбәк Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина хәбәр итте.
Былтыр үҙәк хеҙмәттәрен 11,7 мең кеше алған. Улар араһында-бәләкәй һәм урта бизнес вәкилдәре, үҙмәшғүлдәр һәм үҙ эшен асырға ниәтләүселәр бар. Ойошма белгестәре дәүләт ярҙамы алыу, бизнес-пландар әҙерләү, финанс ярҙамы күрһәтеү, белем биреү программаларында һәм эшлекле сараларҙа ҡатнашыу мәсьәләләре буйынса 7,9 мең консультация биргән.
Ведомство етәксеһе билдәләүенсә, үҙәк бизнесҡа «бер тәҙрә» принцибы буйынса дәүләт ярҙамы сараларын тәҡдим итә. Ойошма структураһына райондарҙан өс бүлексә һәм 13 офис инә.
Бынан тыш, эшҡыуарҙар 255 махсус хеҙмәт алған. Улар иҫәбендә-продукцияны сертификациялауға, тауар билдәләрен теркәүгә, фирма стилен эшләүгә һәм сығымдарҙы оптималләштереүгә булышлыҡ итеү. Был ярҙам арҡаһында бизнес байтаҡ аҡсаны экономиялай ала.
Эшҡыуарҙар һәм яңы эш башлаған бизнесмендар өсөн 10 белем биреү һәм акселерация программаһы эшләй. Улар йәштәрҙән һәм ижади индустрия вәкилдәренән алып өлкән йәштәгеләргә һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзаларына тиклем төрлө категорияларҙы үҙ эсенә ала.
Айырыуса иғтибар – социаль эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә. Башҡортостан-был йүнәлеш буйынса илдә лидер иҫәбендә. Төбәк реестрында ингән 593 социаль предприятиеның 485-е дәүләт ярҙамы алған.
«Минең бизнесым» үҙәге шулай уҡ эшҡыуарҙарға продукцияны таратыуға ярҙам итә. 2025 йылда уның ярҙамында 100-ҙән ашыу бизнес вәкиле төбәк һәм федераль кимәлдәге күргәҙмәләрҙә һәм йәрминкәләрҙә ҡатнашҡан, был һатыу баҙарын киңәйтергә мөмкинлек биргән.
Хеҙмәтләндереүҙәр уңайлы булһын өсөн республикала мобиль офис форматы индерелгән. Былтыр Үҙәк белгестәре муниципалитеттарға 30 тапҡыр барып, урындарҙа консультациялар үткәргән.
2025 йылдан үҙәк структураһында яңы йүнәлеш, “Минең креатив бизнесым” эшләй. Был проект сиктәрендә ижади индустрия вәкилдәре өсөн тиҫтәләгән сара ойошторолған, шулай уҡ уларҙың башланғыстарын тормошҡа ашырыуға федераль гранттар йәлеп итергә ярҙам иткән.