Йәмғиәт
8 Апреля , 13:45

Ике туристик үҙәк булдырыла

Ике проектта Ира - Магнитогорск юл трассаһынан алыҫ түгел урында тормошҡа ашырыу планлаштырыла. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Ике туристик үҙәк булдырылаИке туристик үҙәк булдырыла
Ике туристик үҙәк булдырыла

Башҡортостанда эшҡыуарҙарға көньяҡ райондарҙа ике туристик проектҡа инвестициялар һалырға тәҡдим иттеләр. Был Күмертауҙа, Ағиҙел йылғаһы буйында йыл буйына эшләүсе ял базаһы һәм Ейәнсура районында тәүге глэмпинг. Ике проекттың хаҡы 124 миллион һум тәшкил итә.

"Инвестиция тәҡдимдәре концепцияһы төҙөлгән, финанс күрһәткестәр иҫәпләнгән, майҙансыҡ  һайланған, инженер инфраструктураһы тураһында мәғлүмәттәр, өҫтөнлөктәр, ярҙам саралары тураһында мәғлүмәттәр әҙер.

Ағас йорттар A-frame форматта буласаҡ, көмбәҙле беседкалар, барбекю өсөн майҙансыҡтар һәм пляжы булған туристик комплексты Ира ауылы янында төҙөргә тәҡдим ителә. Проекттың күҙалланған хаҡы-66,8 миллион һум.

Проект өсөн 6,5 гектар майҙанда ер участкаһы һайлап алынған.

Икенсе проект Ейәнсура районы Новочебенка ауыл биләмәһендә, Ҡарабирҙе йылғаһы буйында A-frame һәм Barn-house (заманса амбарҙар стилендәге иркен йорттар) тибындағы йорттар менән глэмпинг төҙөүҙе күҙ уңында тота. Проекттың хаҡы 57 миллион һумға баһалана.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас