Йәмғиәт
8 Апреля , 13:00

Рәсәй ғалимдарынан инновацияларҙы тиҙләтеү һорала

Рәсәй фәндәр академияһы (РФА) үткәргән фундаменталь тикшеренеүҙәрҙе производствоға индереү темптарын арттырырға кәрәк, шул саҡта инновациялар ватан сәнәғәтендә тиҙ ҡулланыу табасаҡ.  #ВладимирПутин

Рәсәй ғалимдарынан инновацияларҙы тиҙләтеү һоралаРәсәй ғалимдарынан инновацияларҙы тиҙләтеү һорала
Рәсәй ғалимдарынан инновацияларҙы тиҙләтеү һорала

Был хаҡта Рәсәй фәндәр академияһы башлығы Геннадий Красников менән осрашыуҙа Премьер-министр Михаил Мишустин белдерҙе.

      Уның һүҙҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путин илдең технологик һәм сәнәғәт лидерлығына өлгәшеү бурысын ҡуйҙы һәм тейешле милли проекттарҙы раҫланы, ә был мәсьәләлә ил ғалимдарының роле айырыуса юғары.

Мишустин, илдең технологик һәм сәнәғәт базаһын үҫтереүгә кәрәкле белемле һәм компетенциялы кадрҙар бар тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. Хәҙер ғалимдарҙан «бөтә өлкәләрҙә лә тиерлек» асыштар һәм ҡаҙаныштар кәрәк, артабан уларҙы коммерциялаштырыу һәм производствоға индереү бурысы ҡуйыла.

Красников, үҙ сиратында, 2022 йылдан алып РАН кәрәкле генә темаларҙы һайлауҙан туҡтағанын һәм хәҙер «фундаменталь тикшеренеүҙәр киң фронт менән бара» тип һөйләне. Шулай уҡ академия технологик лидерлыҡ менән бәйле тәҡдимдәрҙе индереү мониторингын алып бара.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас