

Бөгөн Тажикстандың милли авиаперевозчигы — Somon Air авиакомпанияһы Өфөнән Душәнбегә осоштар программаһын аса. Был хаҡта баш ҡала авиаузелының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.
Апрелдә рейс аҙнаһына 2 тапҡыр — шишәмбе һәм кесаҙна көндәрендә — Вoeing 737-800 һауа судноларында башҡарыласаҡ. Самолеттар 189 авиапассажирға иҫәпләнгән.
Бындай авиабәйләнеш Башҡортостан һәм Тажикстан араһындағы ике яҡлы килешеү нигеҙендә ойошторола.